Бөтә яңылыҡтар
Туризм
18 Сентябрь 2019, 11:58

Владимир Спиваковҡа – Салауат Юлаев ордены

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Владимир Спиваков саҡыра» фестивале асылды. Ул дүртенсе тапҡыр уҙғарыла.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләне һәм Рәсәйҙең Милли филармоник оркестрының художество етәксеһе, СССР-ҙың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Владимир Спиваковты юбилейы менән ҡотланы, тип хәбәр итә Башлыҡтың мәғлүмәт хеҙмәте.
Маэстроның хеҙмәттәрен таныу йөҙөнән Радий Хәбиров уны Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.
– Күреүегеҙсә, орден йондоҙ рәүешендә. Ошо йондоҙ Һеҙҙе саҡырып торһон, тыуған республикабыҙға әйҙәһен. Һеҙҙең булыуығыҙ менән беҙ бәхетле! Рәхмәт Һеҙгә шуның өсөн! – тине Радий Фәрит улы.
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас: