«Һеңлекәш» хәрби драмаһын Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы төшөрҙө. Бөгөн картина киң прокатҡа сыға. Премьера Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу алдынан күрһәтелде. Кинотаҫманың прокаты менән Walt Disney компанияһы шөғөлләнә, тип хәбәр итә Башинформ.
«Беҙ мөрәжәғәт иткән повесть шул тиклем тәрән һәм күләмле, һеҙҙе шатландырыу һәм уның ҡабатланмаҫ мөхитенә алып инергә көсөбөҙ етһен тигән теләктәмен, – тине картинаның режиссеры Александр Галибин, премьераға килгән тамашасыларға мөрәжәғәт итеп. – Фильмда Мостай Кәрим повесының рухын, ошо әҫәр эсендәге нескәлекте һүрәтләү беҙҙең өсөн бик мөһим ине. Повестың һоҡланғыс мөхите, башҡорт һүҙе барыбыҙ өсөн дә бик ҡәҙерле. Бөгөнгө кисәнең һеҙҙең йөрәктә йылы һәм изге эҙ ҡалдырыуын теләйбеҙ».
«Күңелемдә – ошо картинаны төшөрөүҙә ҡатнашҡандарҙың бөтәһенә лә рәхмәт тойғоһо, – тине Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы Тимербулат Кәримов. – Беҙҙең өсөн әһәмиәтле әҙәби материалдың фильм нигеҙенә ятыуына бик шатмын. Был картинала режиссер һәм актерҙар Мостай Кәрим әйтергә теләгән фекерҙе еткерә алды: ауырлыҡҡа һәм мохтажлыҡҡа ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт кеше булып ҡалырға кәрәк».
Премьера алдынан «Һеңлекәш» фильмы Санкт-Петербург, Плёс, Ялта, Светлогорск, Выборг, Волоколамск, Смоленск, Туапсе ҡалаларында күрһәтелде.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне