Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Сентябрь 2019, 14:34

Радий Хәбировтың инаугурацияһы уҙҙы

Бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда Радий Хәбировтың Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын үтәй башлауы тантанаһы уҙҙы.

Унда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, төбәктең элекке етәкселәре Мортаза Рәхимов һәм Рөстәм Хәмитов, Федерация Советы ағзалары һәм РФ Дәүләт Думаһы, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, Конститиуцион, Арбитраж һәм Юғары судтар судьялары һ.б. ҡатнашты.
Республиканың Үҙәк Һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко Радий Хәбировҡа Башҡортостан Республикаһы Башлығы таныҡлығы тапшырҙы. Шунан һуң Радий Хәбиров башҡорт һәм рус телдәрендә халыҡҡа, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына тоғролоҡ анты бирҙе. Тантанала Башлыҡ үҙенең 2025 йылға тиклемге эш стратегияһы һәм программаһы менән таныштырҙы.
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас: