Әлеге көнгә машиналар эшләү, химия, нефть химияһы һәм сауҙа менән шөғөлләнеүсе тиҫтәләрсә компания унда ҡатнашасағын белдергән дә инде. Форумдың эшлекле программаһында – 25 тематик секция һәм ике пленар ултырыш. Сара 26 һәм 27 сентябрҙә уҙа. Халыҡ-ара форумда ҡаршылыҡһыҙ хеҙмәттәшлек, экспортҡа эшләгән предприятиеларҙың позицияларын нығытыу, йәғни логистика, сертификатлаштырыу, таможня процедуралары тураһында һүҙ барасаҡ.