Бөтә яңылыҡтар
Туризм
20 Сентябрь 2019, 11:51

Һыуыҡтарға әҙербеҙ

Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь тармағы алдағы йылытыу осорона әҙер.

Был турала Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә премьер урынбаҫары - БР-ҙың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдерҙе. Көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерләнергә 7,9 млрд һумдан артыҡ аҡса тотонола, уның 5,3 млрд һумы күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауға йүнәлтелгән. Коммуналь объекттарҙы төҙөүгә һәм үҙгәртеп ҡороуға 1,6 млрд һум һалынған, тип хәбәр ителә БР Хөкүмәте сайтында. Бынан тыш, ТКХ предприятиелары инвестициялар программалары сиктәрендә 47 ҡаҙанлыҡты, 33 һыу алыу һәм һурҙырыу станцияларын үҙгәртеп ҡорған.
Бөгөнгә бөтә муниципалитеттар ҙа алдағы йылытыу осрона әҙерлектәре хаҡында министрлыҡҡа хәбәр иткән.
Йылылыҡ менән тәьмин итеү ойошмаларын Рәсәй техник күҙәтеү учреждениеһы тикшереүе барышында ҡайһы бер етешһеҙлектәр асыҡланған, уларҙы бөтөрөргә ҡушылған. Борис Беляев һүҙҙәренә ҡарағанда, улар йылытыу осоро башланыуға ҡаршылыҡ тыуҙырмай. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү эше республиканың ТКХ министрлығы контролендә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: