Бөтә яңылыҡтар
Туризм
23 Сентябрь 2019, 14:24

11 октябрҙә Ниагара шарлауығы Башҡортостан флагы төҫтәренә инә

Ниагара шарлауығының Канада өлөшө 11 октябрҙә – Республика көнөндә – Башҡортостан флагы төҫтәренә инә. Был хаҡта «Канада башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы белдерҙе.

Ойошманың «Инстаграм»дағы төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 10-да (12 октябрҙә Өфө ваҡыты буйынса иртәнге 7-лә) шарлауыҡ йәшел, аҡ һәм зәңгәр төҫтәргә инә.
Символик акцияның инициаторы – «Канада башҡорттары ҡоролтайы»н ойоштороусы Фәриҙә Сәмерханова.
«Канада башҡорттары ҡоролтайы» – халыҡ мәҙәниәтен һәм традицияларын һаҡлау өсөн башҡорттарҙы, татарҙарҙы һәм башҡа милләт вәкилдәрен берләштергән йәмәғәт ойошмаһы. Яңы структура – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы шефлығында.
Читайте нас: