Бөтә яңылыҡтар
Туризм
23 Сентябрь 2019, 14:20

Музей ҡунаҡтар ҡаршыларға әҙерләнә

Аксаковтар ғаиләһе музейында XXIX Халыҡ-ара Аксаков байрамы ҡунаҡтарын ҡаршыларға әҙерлек бара.

Был хаҡта музейҙың фәнни хеҙмәткәре Юлия Зәләева һөйләй:
– Ремонт эшләүҙә, бина фасадын буяуҙа музейҙың даими бағыусыһы Бәләбәй һөт комбинаты бик ҙур ярҙам күрһәтте (генераль директоры Евгений Линкевич). Ике ҡатлы бина, музей биләмәһендәге бордюрҙар бер нисә көндә буялып бөттө. Музей хеҙмәткәрҙәре биләмәне тәртипкә килтерә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
#МузейсемьиАксаковых#XXIXМеждународныйАксаковскийпраздник#подготовкаквстречегостей
Читайте нас: