Указға ярашлы, БР Хөкүмәте 2024 йылға тиклем үҙ эшмәкәрлегендә түбәндәге һөҙөмтәләргә ирешергә тейеш:
– республикала даими йәшәүселәр һаны дүрт млн йөҙ мең кешегә етергә;
– төбәктең тулайым продуктының күләме ике трлн һумға тиклем артырға;
– тупланған бюджеттың һалым һәм һалымға ҡарамаған килемдәре йыл һайын10 процентҡа артырға;
– биш төп йүнәлеш буйынса республика алдынғы төбәктәр иҫәбенә инергә тейеш: кеше потенциалының үҫеше өсөн шарттар, йәшәү өсөн уңайлы мөхит булдырыу, тотороҡло иҡтисади үҫешкә өлгәшеү, инвестициялар өсөн уңайлы климат һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше өсөн шарттар булдырыу, төбәк инфраструктураһын яҡшыртыу.
Башҡортостан Хөкүмәтенә, указ положениеларын иҫәпкә алып, Эшмәкәрлек программаһын төҙөргә һәм раҫларға ҡушылды.
– Указға ҡул ҡуйылды. Минең ҡарашҡа, Хөкүмәт уны ентекле эшләне, – тине көндә уҙғарылыусы кәңәшмәлә Радий Хәбиров. – Унда бик ҙур бурыстар ҡуйылды. Ә мин һәр ваҡыт, әгәр нимәгәлер өлгәшергә теләһәк, мөмкин тиклем ҙурыраҡ маҡсаттар ҡуйырға кәрәк, тип иҫәпләйем.