Бөтә яңылыҡтар
Туризм
24 Сентябрь 2019, 11:46

Башҡортостан 14 октябрҙән тулыһынса һанлы телевидениеға күсә

Был турала Хөкүмәт ултырышында республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедов белдерҙе.

Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, әленән үк 20 федераль каналды түләүһеҙ юғары сифатта ҡарарға була. Әммә ҡайһы бер биләмәләргә сигнал барып етмәй. Бындай урындарҙа һанлы датчиктар урынына спутник ҡоролмалар ҡуйыла. Башҡортостан – Рәсәйҙә дәүләт иҫәбенән граждандар категорияһына спутник ҡорамалдары урынлаштырған берҙән-бер төбәк. Һанлы телевидение сигналын алып булмаған урындарға ҡағылышлы мәғлүмәтте «ҡыҙыу линия» – 8-800-220-20-02 – номерына шылтыратып белергә була.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: