Бәләбәй районында улар өс ойошмала: Өҫән-Ивановка, Знаменка һәм Аксаков урта мәктәптәрендә эшләй башлаясаҡ. Тантаналы сараларҙа район хакимиәте вәкилдәре, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ҡатнашасаҡ.
25 сентябрҙән үҙәктәр был мәктәптәрҙә, иң заманса ҡорамалдар ҡулланып, яңы дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү программалары буйынса эш башлай. Балалар юғары технологиялы цифрлы ҡорамалдарҙа шөғөлләнәсәк. Бының өсөн үрҙә аталған мәктәптәрҙең матди-техник базаһы 5 млн һум тирәһенә яңыртылған. Үҙәктәрҙең бөтә хеҙмәткәрҙәре «Технология» йүнәлеше буйынса Екатеринбург, Яр Саллы ҡалаларында уҡып ҡайтҡан.