Уны ойоштороу тураһында Хөкүмәттә үткән ултырышта республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев белдерҙе. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы 5 октябргә планлаштырылған, ти Башҡортостан Хөкүмәтенең урман хужалығы бүлеге етәксеһе Айбулат Ғәйнуллин. «Йәшел Башҡортостан» акцияһының тәүге этабы яҙ үтте һәм республика буйынса 100 меңдән ашыу ағас ултыртылды. Көҙгө этап ваҡытында ла байтаҡ эштәр ҡаралған.
«Йәшел Башҡортостан» акцияһы йорт тирәһен, дөйөм ҡулланылыштағы биналар биләмәһен, йылға-күлдәр буйы, парктарҙы йәшелләндереү маҡсатында ойошторола.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне