Уға 60 миллион һум бүлеү күҙаллана, тип хәбәр итте брифингта йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов.
«Республиканың 56 муниципаль берәмегендә проектты ғәмәлгә индерә башлайбыҙ. Бөгөн ауылдарҙа 130 тренер етешмәй. Башҡортостандың 200 мәктәбендә «Спорт көрәше — мәктәптәргә» программаһын индереүҙе иҫәпкә алғанда, был ҙур һан. Киләһе йылда республика башлығы указы сиктәрендә «Ауыл уҡытыусыһы» һәм «Ауыл табибы» проекттарына оҡшаш «Ауыл тренеры» проектын тормошҡа ашырыу эшенә тотонабыҙ», – тип аңлатты министр.
Руслан Хәбибов һүҙҙәренсә, ауылдағы спорт мәктәбенә эшкә ҡайтҡан һәр тренерға муниципалитет билдәләгән осорҙа эшләү шарты менән бер тапҡыр 600 мең һум аҡса түләнә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне