Быйыл төбәктә 700 мең тонна һөт һатыуға сыҡһа, киләһе йылға уны 1 млн 200 тоннаға еткерергә тигән маҡсат ҡуйылды. Был ниәтте ғәмәлгә ашырыр өсөн республикала заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған 20 ферма төҙөләсәк. Белгестәр әйтеүенсә, күләмле башланғыстарға Инвестиция сәғәттәре ярҙам итә. Ноябрҙән алып бөгөнгә тиклем төбәктә 42 проект бойомға ашырыла, ошо ваҡыт эсендә 64 млрд һум инвестиция йәлеп ителгән.
Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы: «2019 йыл күрһәткестәренә ярашлы, ауыл хужалығында уңышлы ғәмәлгә ашырылған проекттар, стартаптар миҫалын алып, яңы башланғыстарға иғтибар бүләсәкбеҙ. Төбәктә уңышлы эшләгән крәҫтиән хужалыҡтары, кооперативтар байтаҡ. Әле республикала асыҡ яланда индустриаль моделле биш ферма төҙөлә, киләһе йылға уларҙы ике тиҫтәгә еткереү маҡсатын ҡуябыҙ».