Бөтә яңылыҡтар
Туризм
25 Сентябрь 2019, 12:31

«Һеңлекәш» фильмы «Евразия күпере» фестиваленең Гран-прийына лайыҡ булды

Александр Галибиндың «Һеңлекәш» фильмы «Евразия күпере» фестиваленең «Иң яҡшы уйын фильмы» номинацияһында Гран-при алды. Бүләктәрҙе тапшырыу тантанаһы Ливадия һарайында үтте, тип хәбәр итә Башинформ.

20-24 сентябрҙә Ялтала «Евразия күпере» халыҡ-ара киновестивале уҙҙы. Быйыл жюриҙа Рәсәй режиссеры һәм актеры Кирилл Плетнев, Рәсәй актрисаһы Ольга Кабо, француз режиссеры һәм сценарист Хамид Бенамра, болгар режиссеры һәм шағирәһе Майя Вапцарова, испан кино белгесе, ҡыҫҡа метражлы фильмдар фестивале директоры Хайме Ногуэра, Пусанда балалар һәм үҫмерҙәр киноһы фестивале программалары кураторы Анджела Ли эшләне.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: