Кәңәшмәне асып, Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец 2017 йылдың 1 июнендә Рәсәй Президенты Владимир Путин VI Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйыуын иҫкә төшөрҙө. 2018 йылдың 6 февралендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2020 йылғы Фольклориадаға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитетын булдырыу тураһындағы бойороғо сыҡты.
«Был традицион сара алтынсы тапҡыр ойошторола. Беҙгә төрлө илдәрҙән коллективтар килә. Фестивалде юғары кимәлдә үткәрергә тейешбеҙ», – тип билдәләне Ольга Голодец.
Радий Хәбиров ошо күләмле сараға әҙерлек барышы хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, 100 илдән 3 меңдән ашыу ҡатнашыусы үҙҙәренең милли йыр-моңо, бейеүҙәре, халыҡ кәсептәре, аш-һыуы, кейемдәре һәм сәхнә сәнғәте менән таныштыра. Әлеге ваҡытта 85 дәүләт ҡатнашыуҙарын раҫланы. Фестиваль көндәрендә Башҡортостанға 2,5 миллион самаһы турист килер тип көтөлә.
«Фольклориаданың программаһы республиканың баш ҡалаһы менән генә сикләнеп ҡалмай, ә бөтә райондарҙы һәм ҡалаларҙы үҙ эсенә ала. Бөгөнгә сығыш яһау майҙансыҡтары, фестивалдә ҡатнашыусыларҙың йәшәү һәм туҡланыу урындары билдәләнгән, – тине Радий Хәбиров. – Алда ҙур эш тора. Күмәк көс менән бөтә донъя мәҙәни форумын юғары кимәлдә уҙғара алырбыҙ тип ышанабыҙ».
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне