Октябрьский ҡала Советы ултырышы ла тәүге тапҡыр башҡорт телендә үтте. Кәңәшмәлә 4-се башҡорт гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу мәсьәләһе ҡаралды. Кисә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында ла ҡайһы бер депутаттар башҡорт телендә сығыш яһаны- техник яҡтан бөтә мөмкинлектәр булдырылды, сығыш синхрон рәүештә рус теленә тәржемә ителде.