Бөтә яңылыҡтар
Туризм
27 Сентябрь 2019, 13:21

Өфө табиптары биш йүнәлештә эшләй

«Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы барышында 100 меңгә яҡын кеше медицина тикшереүе үткән.

Акция 10 октябргә тиклем дауам итә. Графикка ярашлы, ҡасабалар буйлап төрлө медицина йүнәлешендәге «Сәләмәтлек поездары» йөрөй. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, акция башланғандан алып 96 меңдән ашыу кеше тикшереү үткән, уларҙа 9031 етди сир хәүефе табылған. Шул иҫәптән 535 – яман шеш, 836 – шәкәр диабеты, 7572 юғары ҡан баҫымы хәүефе осрағы. Бөтә пациенттар ҙа диагнозды аныҡлау өсөн тикшереүгә һәм дауаланыуға ебәрелгән.
Был акция республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса уҙғарыла.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: