Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Болгариянан, Чехиянан килгән ҡунаҡтарҙы Бәләбәй Әлшәй районы менән сикләшкән урында ҡаршы алдылар. Артабан байрам Надеждин ауылында дауам итте.
Быйыл 220 йыллығын билдәләгән Дмитрий сиркәүендә ғибәҙәт ҡылынды. Ҡунаҡтар «Әйҙә, күңел, күңел ас!» фольклор байрамында ҡатнашты, яҙыусы һәйкәленә сәскәләр һалды, Аксаковтар ғаиләһе музейында, Кәсептәр йортонда булды.
Надеждиндан һуң байрам Приют ҡасабаһына күсте.
Байрам Бәләбәйҙең Үҙәк мәҙәниәт һарайында уҙған «Өмөт ҡыңғырауҙары» әҙәби-музыкаль кисәһе менән тамамланды.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.