Бөтә яңылыҡтар
Туризм
30 Сентябрь 2019, 16:40

Беҙҙекеләр «Тамыр» телеселтәрендә

«Тамыр» телеселтәре – республиканың милли гимназияларының телестудиялары селтәре шулай атала. Уны «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы булдыра.

Мәктәптәрҙә телестудиялар эше башҡорт телен популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә, балаларҙың ижади үҫешенә һәм һөнәр һайлауына булышлыҡ итергә тейеш. Яңы проект аралашыу, гимназиялар араһында тәжрибә алмашыу майҙансығы булыр тип күҙаллана.
Тәүге тренинг ойошторолдо ла инде, унда Башҡортостандың 11 гимназияһынан 100-ҙән ашыу бала ҡатнашты, шул иҫәптән Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназия-интернатынан да.
Күптән түгел гимназия уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зүлиә Исламова менән икенсе тренингта ҡатнашты. Абруйлы телефестивалдәрҙә бик күп наградалар яулаған «Тамыр» телеканалы белгестәре бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы программа әҙерләгән. Телеканал мөхәррирҙәре тренинг сиктәрендә балалар өсөн оҫталыҡ класы уҙғарҙы, унда социаль роликтар төшөрөү серҙәренә өйрәттеләр. Уҡыусылар үҙҙәре хәбәрселәр, операторҙар, монтажсылар сифатында сығыш яһаны. «Миңә барыбер түгел» ток-шоуы ла ҡыҙыҡлы булды.
Бөтә ҡатнашыусыларға ла тренинг тамамлауҙары тураһында «Тамыр» телеселтәренең сертификаттары тапшырылды.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: