Тейешле документ 29 сентябрҙә хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Әйтәйек, йылына дүрт меңдән артыҡ булмаған күләмдә матди ярҙам алған студенттар, курсанттар, аспиранттар, адъюнкттар, ординаторҙар һәм ассистент-стажерҙар НДФЛ түләүҙән азат ителә.
Бынан тыш, стихиялы бәлә-ҡазаларҙа, теракттарҙа һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күргән граждандар һалымдың ошо төрөнән азат ителә, уларҙың ғаиләләренә лә НДФЛ түләргә кәрәкмәй.
Яңылыҡ торлағын ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күргәндәргә ҡуртымға биргәндәргә лә ҡағыла.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды