Бөтә яңылыҡтар
Туризм
1 Октябрь 2019, 14:00

Бөгөн – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө

Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө БМО-ның Генераль ассамблеяһы тарафынан 1990 йылдан билдәләнә.

Был көндөң рәсми булмаған исеме – Изгелек һәм ихтирам көнө. Уның төп маҡсаты – өлкән йәштәге кешеләрҙең проблемаларына йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеү, социаль ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү. Был көндө хеҙмәт коллективтарында оло быуын вәкилдәрен хөрмәтләү кисәләре үткәрелә, ололар өсөн төрлө байрам саралары уҙғарыла. Ҡыҫҡаһы, был көн үҙе бер байрам төҫөн ала.
1 октябрь – Халыҡ-ара музыка көнө лә. Был көндө билдәләү тураһында ҡарар Лозанна ҡалаһында ҡабул ителә. Ул бөтә донъяла 1975 йылдан алып билдәләнә.
Халыҡ-ара музыка көнөн булдырыу һәм билдәләү мәсьәләһен иң беренселәрҙән булып композитор Дмитрий Шостакович күтәрә.
Был көндө ЮНЕСКО-ның Халыҡ-ара музыка советы тәҡдим итә. Бөтә донъяла 1 октябрҙә билдәле музыканттар һәм коллективтар концерт программалары менән сығыш яһай, төрлө ижади саралар үткәрелә.
Байрамдар менән, хөрмәтле яҡташтар!
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас: