Бөтә яңылыҡтар
Туризм
1 Октябрь 2019, 14:03

Беҙҙең жокей Республика көнөндә уҙасаҡ финалда ҡатнашасаҡ

Уҙған шәмбелә «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башкирия» ат-спорт турнирының һайлап алыу этабы тамамланды.

Турнир республиканың 100 йыллығына һәм башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыуға арналған. Был юлы майҙанда Бәләбәй, Кушнаренко, Ғафури, Хәйбулла һәм Яңауыл райондары вәкилдәре көс һынашты. 12-се этаптан һуң 11 октябрҙә төп приз өсөн ат сабышына сығасаҡ 12 жокейҙың да исемдәре билдәләнде.
Бәләбәй жокейы, район чемпионы Михаил Ротегов һайлап алыу турында өсөнсө урын алды. Был уңышы Михаилға Республика көнөндә уҙасаҡ финалда ҡатнашыу мөмкинлеге бирҙе. Һайлап алыу турында Бәләбәй районы делегацияһын муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев етәкләне. Муниципалитет исеменән ярышҡа шулай уҡ райондың агробизнес вәкилдәре лә барҙы.
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас: