Булат Йосоповтың был картинаһы «SKEY-CINEMA» халыҡ-ара кинофестивалендә еңеүсе булғайны. Жюри ағзаларының берҙәм ҡарары менән ул «Иң яҡшы тулы метрлы фильм» тип танылды.
Бынан тыш, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Лилиә Исҡужина Һәҙиә Дәүләтшина роле өсөн «Иң яҡшы икенсе пландағы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында еңеү яуланы.
«Беренсе республика»ның премьераһы быйыл 16 мартта булғайны. Картинаның премьераһы Рәсәйҙә генә түгел, ә Төркиәлә, АҠШ-та, Ҡаҙағстанда булды. Шулай уҡ уны Швейцарияла күрһәтеү планлаштырыла.
Фильм Башҡортостандың Совет Рәсәйе составындағы тәүге йылдары ваҡиғалары тураһында һөйләй. Ул саҡта республика сәскә ата, мәҙәниәт һәм фән ныҡлы үҫешә. Тик ҡапыл ғына Кировты үлтергәндән һуң республикала партия таҙартыуҙары һәм репрессиялар башлана.
«Беренсе республика»ны 11 октябрҙә 19 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телеканалында ҡарарға була.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне