Уның сығышы республика биләмәһендәге төрлө халыҡтарҙың һәм диндәрҙең килешеп йәшәү традицияларына арналды.
«Мин Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе төрлө милләт халыҡтарының һәм конфессияларҙың хәҙерге заманда нисек итеп татыу һәм дуҫ йәшәүҙәрен иҫбатларға тырышасаҡмын», – тип башланы һүҙен республика Башлығы.
Артабан Радий Хәбиров Башҡортостандың Евразия үҙәгендәге уникаль, үҙенсәлекле республика булыуы, халыҡтарҙың быуаттар буйы килешеп йәшәүе хаҡында һөйләне һәм клуб ағзаларын ултырыштарын беҙҙең һоҡланғыс республикала уҙғарырға саҡырҙы.