Бөтә яңылыҡтар
Туризм
2 Октябрь 2019, 12:32

Һыуһыҙ, ризыҡһыҙ башҡорт көйҙәрен уйнаясаҡ

Билдәле скрипкасы, дирижер, педагог һәм колумнист Рөстәм Сөләймәнов тамашасыларҙы Өфөгә «Куб» перформансына саҡыра.

Ул быяла тирмә эсендә бер нисә көн рәттән һыуһыҙ-ризыҡһыҙ башҡорт көйҙәрен скрипкала уйнаясаҡ. Ғәҙәти булмаған форматтағы был үҙенсәлекле сара «Арт-Квадрат» сәнғәт үҙәгенең ивент-холында ойошторола. Унда башҡорт тирмәһе рәүешендә биҙәлгән быяла куб ҡуйылған. Рөстәм Сөләймәнов художестволы акцияны ошо куб эсендә үткәрәсәк. «Акция мәлендә ауыҙыма тәғәм ризыҡ ҡапмаясаҡмын, бер тамсы ла һыу йотмаясаҡмын», – ти музыкант.
Перформанс бер аҙна буйы, йәғни 11 октябрҙән 18-енә тиклем дауам итәсәк.
Сараның төп идеяһы – башҡорт халҡының сағыу милли музыка сәнғәтен һаҡлап, уны киләсәк быуынға тапшырыу зарурлығына йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү.
«Акция Башҡортостандың 100 йыллығына һәм Республика көнөнә арнала, – тине Рөстәм Сөләймәнов. – Мин скрипка өсөн яҙылған башҡорт милли музыка әҫәрҙәрен уйнаясаҡмын һәм башҡорт халҡының гүзәл байрамдарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, фольклор йолаларын кәүҙәләндерәсәкмен».
Куб эсендәге сара 11 октябрҙә киске сәғәт 7-лә асыла. Бөтә көндәрҙә лә теләгән һәр кем унда бушлай инә ала.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: