Бәләбәй ҡалаһында был көндә Ҡыҙыл армеец урамындағы Дан паркында 50 төп ылыҫлы ағас ултыртыу күҙаллана, шулай уҡ Сәләмәтлек һуҡмағында – 20 төп ҡайын, Интернациональ урамындағы 75-се йорт ихатаһында – 16 ҡайын һәм йүкә, Ҡыҙыл урамындағы 109/1-се йорт янында һәм Интернациональ урамындағы «Башҡортостан ихаталары» төбәк программаһы ғәмәлгә ашырылған 116-сы йорт ихатаһында 17-шәр ҡайын һәм йүкә ултыртыласаҡ.