Мостай Кәримдең «Юлдарым йыраҡ, һөйөклөм...» шиғыры буйынса тәүге сюжетта театрҙың йәш артистары Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтар, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Алһыу Бәхтиева төштө. «Актерҙар был тәҡдимде дәррәү күтәреп алды», – ти театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов.