Бөтә яңылыҡтар
Туризм
3 Октябрь 2019, 12:16

ЮНЕСКО конференцияһында Башҡортостандың «Торатау» геопаркы менән таныштырҙылар

Испанияның Севилья ҡалаһында ЮНЕСКО-ның 15-се конференцияһында тәүге тапҡыр халыҡ-ара кимәлдә Башҡортостандың «Торатау» геопаркы менән таныштырыу сараһы уҙҙы. Конференцияла бөтә донъянан төрлө геопарктарҙың 400-ләгән вәкиле ҡатнашты, тип хәбәр итә Башинформ.

Мәскәү дәүләт университетының «Мәҙәниәт иҡтисадын, ҡала үҫешен һәм креатив индустрияларҙы өйрәнеү үҙәге»нән «Торатау» геопаркы концепцияһын төҙөүселәр биләмәне үҫтереү моделе менән таныштырҙы. Бынан алда презентация Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа һәм ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәрендә күрһәтелде.
Киләһе аҙым – килгән туристарға уңайлы шарттар булдырыу һәм эшҡыуарлыҡты әүҙемләштереү өсөн «Торатау» геопаркы инфраструктураһын үҫтереү булырға тейеш.
Конференцияла Рәсәйҙең башҡа геопарктары, шул иҫәптән «Глобаль геопарк» статусына эйә «Янғантау» геопаркы менән таныштырыу булды. Быйыл ноябрь аҙағында «Янғантау» геопаркында Геопарктарҙы үҫтереү буйынса стратегик сессия була, унда Европа геопарктары һәм ЮНЕСКО-ның геопарктар буйынса халыҡ-ара программаһының Рәсәй комитеты вәкилдәре ҡатнаша.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: