Туризм
4 Октября 2019, 08:00

Оло йәштәгеләргә – бушлай янғын иҫкәртеүсе ҡоролма

Башҡортостанда 55 йәштән өлкән яңғыҙ йәшәүселәр Янғын хәүефен аңғартҡан приборҙы бушлай ҡуйҙыртыуға иҫәп тота ала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Указға республика Башлығы ҡул ҡуйған. Был төр категорияға ингән кешеләргә ташлама индереүҙең сәбәбе бар. Янғында һәләк булғандарҙың 61 проценттан ашыуы – 55 йәштән өлкән кешеләр. Махсус приборҙар менән Янғынға ҡаршы хеҙмәттең янғындарҙы профилактикалау үҙәге тәьмин итә.
– Бөгөнгә Башҡортостанда 90 мең датчик ҡуйылған, – ти Республика ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 2024 йылға тиклем республиканың социаль-иҡтисады хәлен стратегик үҫтереүгә йүнәлтелгән Указына ярашлы, янғын хәүефен белдергән йыһаздар менән бюджет иҫәбенән тәьмин ителгәндәр һаны 200 меңгә етәсәк.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас