Белгестәр билдәләүенсә, бейеүсегә мөрәжәғәт итеү бушҡа түгел. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Фәйзи Ғәскәров ансамбле кавалерия дивизияһы һалдаттары менән бергә фронтҡа сығып, улар алдында сығыш яһаған.
Һәйкәлде баш ҡаланың Совет майҙанында урынлаштырыу ҡарала. Шайморатов генералға был урын юҡҡа һайланмаған. Тарихи мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын тантаналы рәүештә фронтҡа оҙатыу 1942 йылдың 25 мартында, баш ҡаланың тап Совет майҙанында ойошторола. Дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов республика етәкселегенә хәрбиҙәрҙең фронтҡа китергә әҙерлеген шунда еткергән.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне