Бөтә яңылыҡтар
Туризм
4 Октябрь 2019, 15:29

Владимир Якушев Башҡортостандың төҙөлөш тармағын яҡшы баһаланы

Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев Башҡортостанда республика Башлығы Радий Хәбиров менән бергә күп профилле холдинг – «Автопласт» компаниялар төркөмөнөң эше, «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектын ғәмәлгә ашырыу менән танышты.

«Башҡорт ихаталары» программаһы менән ҡыҙыҡһынды. Федераль министр йорттар төҙөлгән биләмәләрҙе артабан үҫтереү өсөн субсидиялар мөмкинлеге тураһында ла әйтте. Думала ошоға бәйле закон проекты әҙерләнә тине ул.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: