Бөтә яңылыҡтар
Туризм
7 Октябрь 2019, 12:23

Бәләбәй тағы ла нығыраҡ йәшелләнде

Ҡалала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы үтте. Был акция барышында һәр теләгән кеше ағас ултыртты.

Сарала ҡатнашыусылар өсөн алдан үҫентеләр, көрәктәр әҙерләнгәйне, һибеү өсөн һыу килтерелгәйне. Ағастар ултыртыу өсөн майҙансыҡтар тураһында ла алдан хәстәрлек күрелгән. Тәбиғәт тә, кешеләрҙең матур эшенә һөйөнгәндәй, йылыһын йәлләмәне, ҡояш сағыу нурҙарын һипте, күңелле музыка эшкә дәртләндерҙе.
Акцияла ҡала халҡы менән бергә Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев, Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Сәлим Cәрүәров, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Марат Шафиҡов, ике хакимиәттең хеҙмәткәрҙәре, йәштәр, ветерандар – ҡаланы йәмләү эшенә үҙ өлөшөн индерергә теләгән һәр кем ҡатнашты.
Зөлфиә Ғарифуллина.
Автор фотолары
Читайте нас: