Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
9 Октябрь 2019, 11:40

«Авангард» һөтө

Бәләбәйҙә, республикала беренселәрҙән булып, һөт автоматы эшләй башланы. Ул Интернациональ урамындағы «Үҙәк корпорацияһы» магазины янына ҡуйылған.

Яҡшы сифатлы, яңы һауылған һөт менән ҡала халҡын «Авангард» ауыл хужалығы ҡулланыусылары кооперативы тәьмин итә, бер литры – 35 һум.
Кооперативты былтыр Мәтәүбаш һәм Семенкин ауыл советтарында йәшәүселәр булдырғайны. Республика конкурсында еңгәндән һуң, улар халыҡ инициативаһына нигеҙләнгән проектты тормошҡа ашырыуға грант отто. Проект хаҡының туғыҙ процентын үҙҙәре түләп, 711 мең һумлыҡ һөт автоматы һәм сеймалдың сифатын тикшереүсе ҡорамал һатып алдылар. Хәҙер кооператив ағзалары шәхси хужалыҡтан алған продукцияларын аралашсыларҙан башҡа һата.
«БИ» журналистары кооператив рәйесе Владимир Елисеевтың һөткоматҡа 100 литрлыҡ картриждар ҡуйыуын фотоға төшөрөп алды.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Илья Букарев фотолары
Читайте нас: