Бөтә яңылыҡтар
Туризм
9 Октябрь 2019, 14:27

Бәләбәйҙәр Республика көнөн билдәләне

Кисә Үҙәк мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм Республика көнөнә арналған тантаналы сара уҙҙы.

Байрамдың тантаналы өлөшөндә Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев йыйылғандарҙы күренекле дата менән ҡотланы, районда эшләнгән эштәр, моноҡаланың киләсәге хаҡында һөйләне.
– Быуат дауамында Башҡортостан дәүләтебеҙҙең ышаныслы терәге булды һәм булып ҡала. Һоҡланғыс республиканың бер өлөшө булыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм уның үҫешенә тос өлөш индерәбеҙ, – тине Азат Альверт улы. – Беҙҙең граждандарҙың именлеге хаҡына мөһим мәсьәләләрҙе хәл иткәндә эшлекле ярҙам күрһәткәне өсөн Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа әйткән рәхмәттәребеҙгә Бәләбәй районы халҡының ҡушылыуына ышанам.
Азат Сәхәбиевтың һүҙҙәренә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Фиял Байтирәков ҡушылды. Ул райондың бер төркөм абруйлы кешеләренә бүләктәр тапшырҙы.
Байрамды «Арғымак» рок-төркөмө дауам итте. Төркөмдөң сағыу сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы: тамашасылар уға ҡушылып йырланы, бейене.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Илья Букарев фотолары
Читайте нас: