Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
9 Октябрь 2019, 11:37

Замандың биш глобаль проблемаһы буйынса мәсьәләләр ҡаралды

Бәләбәй муниципаль районы хакимиәте ҡарамағында Наркотиктар ҡулланыуға һәм уның законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороу, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышы уҙҙы.

Ултырышта биш мәсьәлә ҡаралды: хәүефле производствоға һәм халыҡтың йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеүгә бәйле предприятиелар хеҙмәткәрҙәренә медицина тикшереүе уҙғарыуҙы ойоштороу; йәйге осорҙа балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең мәшғүллеген, ялын һәм уларҙы һауыҡтырыуҙы тәьмин итеү, уларҙа сәләмәт йәшәү рәүеше тәрбиәләү; белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында наркотиктар таралыуына ҡаршы тороу эшен ойоштороу; Бәләбәй муниципаль районында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау эшен ойоштороу һәм дәүләт структуралары эшмәкәрлегендә наркотиктарға ҡаршы эште көйләү, наркотиктар ҡулланыусыларҙы асыҡлау, уларҙы дауаланырға, реабилитация үтергә ебәреү, социалләштереү.
Сарала Бәләбәй үҙәк дауаханаһының наркология бүлеге мөдире Ренат Шаймарҙанов, Мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Татьяна Лапшина, Бәләбәй гуманитар-техник колледжы директоры Сергей Тимохин һәм башҡалар ҡатнашты.
Ҡаралған мәсьәләләр буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас: