Атап әйткәндә, үҙҙәренең программала ҡатнашыуҙары хаҡында Көньяҡ-көнбайыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәге, райондың Мәғариф идаралығы, Бәләбәйҙең механикалаштырыу һәм электрлаштырыу, гуманитар-техник һәм медицина колледждары белдерҙе.
Әйтергә кәрәк, «Алтын ҡулдар» индустриаль мәктәбе пилот проекты уҡыусылар төрлө эшсе һөнәрҙәре үҙләштергән Туймазы индустриаль колледжында «тыуҙы». Уның төп маҡсаты – мәктәп уҡыусыларын хеҙмәт баҙарында һорау менән ҡулланған һөнәрҙәргә йәлеп итеү һәм эш биреүселәр менән таныштырыу.
– Бөгөнгә проектта республиканың ун ике ҡала һәм районынан ҡатнашалар, уларҙың һәр ҡайһыһы мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың, уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың киләсәктә һөнәр һайлауына үҙ өлөшөн индерә, – тип һөйләгән «Башинформ» агентлығына Туймазы индустриаль колледжының ресурстар үҙәге етәксеһе Олег Ғайсин.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне