Раҫланған тәртипте һынау Стәрлетамаҡта башланды. Уның буйынса шәхси балалар баҡсаларына республика һәм урындағы бюджеттарҙан һәр балаға ай һайын 6 мең һум бүленә.
Проект уңышлы ғәмәлгә ашырылған осраҡта, 2020 йылдың 1 сентябренән шәхси балалар баҡсаларына сертификаттар тапшырыу тәжрибәһе Башҡортостандың бөтә ҡалаларына һәм райондарына таратыласаҡ.
Сертификат түләүле муниципаль балалар баҡсаһына урын көткән ваҡытта шәхси мәктәпкәсә ойошмала урын алырға хоҡуҡ бирә.
«Ике айҙан өс йәшкә тиклемге, балалар баҡсаларында урын менән тәьмин ителмәгән һәм «Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларына электрон төрҙәге берҙәм республика сираты» дәүләт мәғлүмәт системаһында иҫәптә торған балаларҙың ата-әсәләренең (законлы вәкилдәре) сертификат алыу хоҡуғы бар», тип билдәләнә республика хөкүмәте ҡарарында.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды