Бөтә яңылыҡтар
Туризм
10 Октябрь 2019, 16:54

Тамамланыуға бара

Райондың ауыл эшсәндәре 23 100 гектар майҙанда (планға ҡарата 99, 7 процент) бөртөклө культуралар йыйып алдылар.

Бәләбәй муниципаль районы хакимиәтенең ауыл хужалығы хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 39 800 тонна иген һуғылған. Һәр гектарҙан алынған уңыш 17, 2 центнер тәшкил иткән. Май бирә торған үҫемлектәр (етен, рапс, гәрсис) 773 гектарҙа йыйылған (100%), шул иҫәптән етен 668 гектарҙа, тулайым уңыш – 650 тонна, уңдырышлылыҡ гектарынан уртаса 9, 5 ц. Көнбағыш 1 200 гектарҙа (33,3%) йыйылған, уңыш гектарынан уртаса 11, 5 ц.
Ужым культураларын 11 000 га майҙанда сәсеү ниәтләнгән, әлегә 8 900 гектарҙа сәселгән. Шуларҙың 4 900 га – ужым арышы, 1 800 – ужым бойҙайы, тритикале – 1000 га һәм ужым шипкәне – 1 200 га.
4319 тонна яҙғы һәм ҡуҙаҡлы культуралар орлоғо келәттәргә һалынған (100 %). Бөртөклө ужым культураларының күсмә фонды 1000 т тәшкил итә ( план буйынса 1860 т), күп йыллыҡ үләндәрҙеке – 40 т.
Ауыл эшсәндәре 15 800 га ерҙе туңға һөргән.
Римма Солтанова материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды
#Башкортостан#Белебеевскийрайон#АПК
Читайте нас: