Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
14 Октябрь 2019, 13:43

12 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика менән етәкселек итеүенә бер йыл тулды

Тыуған яғын күтәрергә ҡайтты. Теүәл бер йыл элек ил президенты ҡарары менән Радий Хәбировҡа яуаплы бурыс – Башҡортостанды етәкләү тапшырылды.

Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республикала күптән көтөп алынған үҙгәрештәр башланды, төбәк башлығы ҡул менән идара итеү режимында чиновниктарҙың эшкә яуаплылығын арттырҙы, һөҙөмтәлә юғары темпта эшләргә өйрәнмәгән түрәләр эш урындарын бушатырға мәжбүр булды.
Биш көнлөк уҡытыуға күсеү, юлдарҙа тәртип булдырыу, чиновниктарҙың яуаплылығын арттырыу. Интернет киңлектәренә һалынған был видеояҙманы бер нисә сәғәт эсендә меңдәрсә кеше ҡарап өлгөргән. Блогер Аника Ти бер минут һәм ҡырҡ секунд эсендә Радий Хәбировтың шәхси тормошо һәм һөнәри эшмәкәрлегенә ҡыҫҡаса йомғаҡ яһап, «зачет» билдәһе ҡуя. Тыуған яғы – дүрт миллионлы халҡы булған Башҡортостанға ҡайтыуҙы сәйәсмән үҙе лә оло ҡыуаныс менән ҡабул итте.
Социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә «өйҙә» тигән хэштег ҡуйылыуы ла Башҡортостанға йылы ҡараш билдәһе. Республика етәксеһе тәүге көндән үк халыҡ янына ынтылды, асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙән ситләшмәне.
Бер йыл эсендә ул Башҡортостандың барлыҡ район-ҡалаларын урап сығып, халыҡты борсоған проблемалар менән яҡындан танышты. Ә улар күп. Газ, һыуға мохтажлыҡ булһынмы, социаль объекттарғамы?! Йәшәү сифаты түбән икән, кем ғәйепле?! Радий Фәрит улы чиновниктарҙың эшкә ҡарата яуаплылығын арттырҙы. Шелтәне лә йәлләмәне.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды
Читайте нас: