Бөтә яңылыҡтар
Туризм
14 Октябрь 2019, 16:59

Федераль телеканал «ҡыҙыл паша» Кәрим Хәкимов йәшәгән йорт-музейҙы күрһәтте

«Рәсәй-1» телеканалында Сергей Брилевтың Башҡортостандың Бишбүләк районында тыуып үҫкән, Совет Рәсәйенең ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы илсеһе булған Кәрим Хәкимовтың яҙмышы тураһында сюжеты сыҡты, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығы.

Сюжетта Кәрим Хәкимов йәшәгән йорт күрһәтелде. Хәҙер унда музей. Спектаклде төшөрөү тураһында документтар, төп ролде башҡарыусы менән интервью, шулай уҡ Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндың әйткән һүҙҙәре килтерелде.
Август башында Бөйөк Британия архивы Башҡортостанға СССР-ҙың ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле булып тарихҡа ингән совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың эшмәкәрлеге тураһында уникаль документтар тапшырҙы.
Был – Кәрим Хәкимовтың Яҡын Көнсығыштағы эшмәкәрлегенә арналған бер нисә йөҙ бит: Бөйөк Британияның дипломатик консуллыҡтары хеҙмәткәрҙәренең һәм башҡа дәүләттәрҙең белдереүҙәре, Британия разведкаһы агенттарының Кәрим Хәкимовтың һәр аҙымы тураһында хәбәрҙәре, ҡулға төшөрөлгән хаттар, дипломатик ведомстволарҙың үҙ-ара яҙышҡан хаттары. Документтарҙың төп өлөшө – инглиз телендә.
СССР-ҙың ғәрәп илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле Кәрим Хәкимов тураһында яңы факттар нигеҙендә тарихи документаль фильм төшөрөү күҙаллана. Уның продюсерҙары – Кәрим Хәкимовтың биографияһын өйрәнеүсе Владислав Йосопов һәм танылған рәссам Камил Буҙыҡаев.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: