Документтың яңы форматы «Шәхси иҫәп системаһында теркәү тураһында белдереү ҡағыҙы» тип атала. Ул ғәҙәти СНИЛС-ты алмаштыра. Яңы электрон белдереү ҡағыҙы системала беренсе тапҡыр теркәлгәндәргә, шулай уҡ документын юғалтҡан йәки фамилияһын алмаштырғандарға бирелә. Әлеге ваҡытта карточканы теләк буйынса алмаштырырға мөмкин, элекке СНИЛС үҙ көсөндә ҡала.