Бөтә яңылыҡтар
Туризм
15 Октябрь 2019, 14:12

Өфөлә студенттар Мостай Кәримдең 100 йыллығына флешмоб үткәрҙе

Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына Өфөлә, «Ватан» этнопаркында, баш ҡала студенттары ҡатнашлығында матур флешмоб уҙҙы.

Йәштәр «Мостай 100» тигән яҙыу булып теҙелеп баҫты.
2019 йылдың 20 октябрендә Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тула. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте бойороғона ярашлы, юбилей федераль кимәлдә билдәләнә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: