«Семинар барышында муниципалитет башлыҡтары менән кәңәшләшкәндән һуң йылды ниндәйҙер абстракциялар менән атамаҫҡа, ә уны халыҡтың мәнфәғәттәренә яуап биргән аныҡ, аңлайышлы эштәргә арнарға тигән фекергә килдек. Граждандарҙы борсоған мөрәжәғәттәрҙе тикшерҙек. Тирә-яҡ — төҙөкләндереү, ҡалаларҙа, ауылдарҙа уңайлы мөхит бик мөһим. Шуға күрә «Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы: газондар, тротуарҙар, яҡтыртыу, ҡоймалар» тип атарға тигән тәҡдим бар. Тышҡы күренеш ҙур әһәмиәткә эйә, был тәртип булған ерҙә йәшәүебеҙгә ышаныс тыуҙыра», — тине республика башлығы.
«Ошо йылдан халыҡтан әүҙемерәк башланғыстар көтәм. Әүҙем кире бәйләнеш күҙәтелгән муниципалитеттарға финанслауҙы арттырабыҙ. Иң мөһиме, «Йәшел Башҡортостан» акцияһындағы кеүек үк, халыҡтың инициативаһы», — тип иҫкә төшөрҙө Радий Хәбиров.