Үҙәк дауахананың баш табибы Рөстәм Ишмырҙин Ленара Хәким ҡыҙына яңы аслыған амбулаторияның кабинеттарын күрһәтте, кадрҙар һәм ҡорамалдар менән нисек тәьмин ителеүе хаҡында һөйләне. Ленара Иванова ҡабул итеүгә килгән аксаковтар менән әңгәмәләште. Улар ошондай заманса амбулатория асҡан өсөн рәхмәт белдерҙеләр, бында һәр саҡ йылы, йәмле, бөтә тейешле шарттар булғанын билдәләнеләр.