Конкурс еңеүселәре, призерҙары һәм номинанттары 17 октябрҙә Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында иғлан ителә. Ошо кесаҙна иртәнге сәғәт 9-ҙан 10-ға тиклем телеканалда призерҙарҙы һәм номинанттарҙы бүләкләү тантанаһы була.
«Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсы икенсе йыл рәттән үткәрелеп килә. Уның ойоштороусылар – «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы һәм «Башҡортостан» ДТРК ДУП-һы. Конкурс республиканың тораҡ пункттарында урындағы үҙидараны үҫтереү, халыҡтың үҙ биләмәләрендә урындағы әһәмиәткә эйә мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашыуын әүҙемләштереү, ауыл ерендә йәшәү шарттарын яҡшыртыу һәм уның абруйын күтәреү, тыуған илгә, ауылға һөйөү тәрбиәләү, ауылда йәшәү рәүешен популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла.
Конкурста Башҡортостандың 5000-гә тиклем кеше йәшәгән ауылдары ҡатнаша. Төп шарт – ауыл халҡының йыйылышта конкурста ҡатнашыу тураһында ҡарар ҡабул итеүе, шулай уҡ муниципаль район етәкселегенең тәҡдиме.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне