Көн тәртибендә төп мәсьәлә Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесен һайлау ине. Съезд күпселек тауыш менән мөфтөй вазифаһына Айнур Бирғәлинды һайланы. Быға тиклем Бирғәлин мосолмандарҙың Диниә назараты рәйесе вазифаһын башҡарҙы, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығы.
Съезд делегаттары уставҡа үҙгәрештәр индерҙе. Улар урындарҙа руханиҙарҙың вәкәләттәрен киңәйтә, диниә назараты стратегияһын һәм практик эшмәкәрлеген билдәләү барышында мосолмандарҙың фекерен вәкиллек итеү механизмын булдыра. Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты президиумы функциялары ла киңәйтелде. Ғалимдар советы һәм аҡһаҡалдар советы ойошторола.
Рәсәй Мөфтөйҙәр советы һәм Рәсәй мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Рәүил Ғәйнетдин үҙенең сәфәре барышында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин менән осрашты. Осрашыу барышында конфессия-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре, ислам мәғарифы системаһының үҫеш перспективалары тикшерелде.
«Башҡортостан толерантлыҡтың бик юғары дәрәжәһе менән характерлана. Бында барлыҡ диндәр һәм конфессиялар тыныс һәм татыу йәшәй. Беҙ төрлө этностарҙың үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттәре киләсәктә лә һаҡланһын, һәр кем үҙенең дин ирегенә хоҡуғын бойомға ашыра алһын өсөн тырышабыҙ», – тип билдәләне Константин Толкачев.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне