Бөтә яңылыҡтар
Туризм
17 Октябрь 2019, 12:52

Күп балалы ғаиләләргә махсус танытмалар бирәләр

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә танытмалар бирә башланылар, тип хәбәр итә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

«Күп балалы статусын раҫлаған һәм магазиндарҙа, күңел асыу үҙәктәрендә, музейҙарҙа, театрҙарҙа төрлө ташлама, льгота алырға хоҡуҡ биргән рәсми документ республикала беренсе тапҡыр әҙерләнде», – тип билдәләне министрлыҡтың матбуғат секретары Роза Кузьменко.
Танытма алыу өсөн Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалына, йә иһә күп функциялы үҙәктең теләһә ниндәй офисына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Тәүге осраҡта танытманы – мөрәжәғәт иткән көндә үк, ә икенсеһендә 10 көндән һуң алырға мөмкин.
Танытма алыу өсөн документтар йыйылмаһы ябай: ата-әсәнең паспорттары, никах йәки уны тарҡатыу тураһында таныҡлыҡ, ғаилә составы тураһында белешмә, бөтә балаларҙың да тыуыу тураһында таныҡлыҡтары (шул иҫәптән, тәрбиәгә, уллыҡҡа, опекаға алынғандарҙың).
Әлегә меңдән күберәк ғариза ҡабул ителгән. Республиканың 600-ҙән ашыуыраҡ ғаиләһе ошондай танытма алған да инде.
Һуңғы иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 46 меңдән артыҡ күп балалы ғаилә йәшәй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаилә күп балалы тип иҫәпләнә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: