Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
17 Октябрь 2019, 12:57

Сыуашстандан – бүләктәр менән!

Чебоксар ҡалаһында IV Төбәк-ара «Ете таж» («Семицветик») милли мәҙәниәттәр фестивале уҙҙы.

Унда беҙҙең республиканан «Урал батыр» милли-мәҙәни үҙәгенең Айнур Әүбәкиров етәкселегендәге «Ләйсән» башҡорт йыры халыҡ коллективы ҡатнашты һәм лауреат исеме алып ҡайтты. Милли кәсептәр күргәҙмәһендә 15-се мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы, «Ләйсән» ансамбле йырсыһы Яҙгөл Мөхәмәтова ҡатнашты. Яҙгөл – һауыт-һабаға төрткө-төрткө биҙәк төшөрөү оҫтаһы. Уның эштәрен сарала ҡатнашыусылар ҡыҙыҡһынып ҡараны һәм юғары баһа бирҙе.
Фестивалдең символы булған ете тажлы сәскә һыны бөтә ҡатнашыусыларға ла тапшырылды. Был Волга буйы федераль округында йәшәүсе, фестивалдә ҡатнашыусы ете төбәкте кәүҙәләндерә.
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас: