Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Октябрь 2019, 12:50

Өфөлә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен һаҡлау, үҫтереү мәсьәләләрен тикшерәләр

23-24 октябрҙә Өфөлә «Глобалләшеү һәм полиэтник мөхит шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте: тәжрибә һәм перспективалар» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция ойошторола.

Конференция Башҡортостан Башлығының республиканың дәүләт һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грантының финанс ярҙамында уҙғарыла. Сараның маҡсаты – башҡорт телен, шулай уҡ глобалләшеү дәүерендә Рәсәй халыҡтары телдәрен һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу буйынса заманса йүнәлештәрҙе һәм фәнни тикшеренеүҙәрҙе, туған һәм дәүләт телдәренә өйрәтеү мәсьәләләрен, фәнни тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләрен ҡулланыу тәжрибәһен, милли телдәрҙең корпустарын һәм электрон базаларын әҙерләүҙең көнүҙәк проблемаларын өйрәнеү.
Унда ҡатнашыу өсөн федераль һәм төбәк кимәлендәге дәүләт власы органдары вәкилдәре, Рәсәйҙең Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Ҡазан, Ижевск, Һамар, Ырымбур, Якутск ҡалаларынан, шулай уҡ Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Төркмәнстан, Үзбәкстан кеүек яҡын сит илдәрҙән академик учреждениеларҙың тел белгестәре, филологтар һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары саҡырылған.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: