Бөтә яңылыҡтар
Туризм
21 Октябрь 2019, 11:27

Алыҫта урынлашҡан ауыл мәктәптәренә һәм ФАП-тарға юғары тиҙлекле интернет үткәреү башланды

Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнгән «Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады» милли стратегияһының «Мәғлүмәт инфраструктураһы» проектын ғәмәлгә ашырыу башланды.

Проект 100-ҙән алып меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа социаль әһәмиәтле объекттарҙа интернет үткәреүҙе күҙ уңында тота.
Бөгөнгә 50 социаль әһәмиәтле объект мәғлүмәт-технологик инфраструктура менән тәьмин ителгән. Улар араһында – мәктәптәр, ФАП-тар, полиция бүлексәләре, янғын частары, һайлау комиссиялары.
– Мәғлүмәт инфраструктураһы» программаһы ярҙамында алыҫта урынлашҡан күп кенә ауылдарға юғары тиҙлекле интернет килә. 2021 йылдың аҙағына тиклем ошо программа буйынса бөтәһе 2774 социаль объектҡа юғары тиҙлекле интернет үткәрелергә тейеш, – тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ Республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Алевтина Дауытова.
«Мәғлүмәт инфраструктураһы» проекты сүсле-оптик элемтә линияһын төҙөүҙе, элемтә каналдарын үҫтереүҙе, социаль әһәмиәтле объекттарға интернет үткәреүҙе һәм объекттар эсендә ИКТ-инфраструктура булдырыуҙы күҙ уңында тота.
Контракт шарттары буйынса, ағымдағы йылдың 1 декабренә тиклем оператор 722 социаль объектҡа интернет үткәрергә тейеш.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: